Хамитовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Хөрмәтле ауылдаштар!!!

/ Просмотров: 44
Хөрмәтле ауылдаштар!!!

Һеҙҙе Хәмит ауылы хәкимиәте исеменән ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым.

1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата.

Һеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, профессиональ өлкәлә ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә лә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен!

Шулай уҡ ғаиләләрегеҙҙә тик изге хәбәрҙәр ҡаршы алһын, татыулыҡ, бер-берегеҙгә ихтирам һәм һөйөү тағы ла артһын, шундай матур, бөтә тирә- яҡ йәшеллеккә күмелгәндә, һеҙҙә тик изге уйҙар һәм өмөттәр генә бөрөләнһен һәм сәскә атһын! БАЙРАМ менән!

Изге теләктәр менән хакимиәт башлығы Ф.Д.Ғәҙелшина